Мин яратҡан өс хәреф. Айбулат Фларидович Сәсәнбаев. Читать онлайн. Newlib. NEWLIB.NET

Автор: Айбулат Фларидович Сәсәнбаев
Издательство: ЛитРес: Самиздат
Серия:
Жанр произведения: Контркультура
Год издания: 2020
isbn:
Скачать книгу
Танауға беренсе йоҙроҡ килеп эләкте, икенсеһе…

      – Тор унан! Саша, нимә эшләйһең!? – Тамара ҡулға эләккән беренсе таяҡты тотоп күршеһенең арҡаһына һуҡты. Саша ашыҡмай торҙо. Йоҙроғонан ҡан тамсылары тама. Тын алышы йышайған.

      – Нимә эттәр кеүек сыйнашып ятаһығыҙ? – Тамара ҡысҡыра башланы.

      – Ул Маһмайға атты! – тип ҡысҡырҙы Александр.

      – Шунан? Ул берәҙәкте күптән аҙаштырырға кәрәк. Йөрөй шунда кеше ҡурҡытып!

      – Ул минең дуҫым. Теймәгеҙ уға! – Саша күҙендә йәш тамсыһы күренде.

      Дим аңына килеп торорға маташты. Булдыра алманы. Аяҡтарын һуҙып ултырҙы.

      – Тамара инәй, баҙҙың асҡысын бирегеҙ. Унда минең Гөлөм! – Димдең тауышы саҡ сыҡты, әммә быны ике күрше лә яҡшы ишетте. Саша Тамараға ҡараны. Йөҙөндә ғәжәпләнеү һиҙелә ине.

      – Мин уны сөгөлдөр артынан төшөргәйнем. Бар, кит бынан! – тип Тамара күршеһен ҡыуып ебәрҙе. – Тор әйҙә, битеңде йыуайыҡ.

      – Гөл! – тине Дим әбейҙең ҡулына тотоноп.

      – Ниндәй гөл тағы? Юҡ унда бер нәмә лә. Башыңа ныҡ тейгән, ахыры, меҫкенкәй. Бар, өйөңә инеп ятып тор.

      – Асҡысты бирегеҙ.

      – Үәт малай! Асҡыс һорай тағы. Өйөңдә ашарыңа юҡмы!? Минең сөгөлдөрөмә күҙең төшкән! Ин бар! Башҡаса күҙгә күренеп йөрөмә!

      – Саша унда кешеләрҙе урлап тота! – Дим бирешмәне. Башы әйләнһә лә ул хәҙер аяғында ныҡ тора.

      – Кешеләрҙең юғалыуы албаҫтының эше! Телевизор ҙа ҡарамайһыңмы ни!? Күпме әйттем был ерҙә шайтан эйәләгән тип, юҡ, бер кем дә ышанмай! – Әбей өс тапҡыр төкөрөндө.

      Дим ерҙә ятҡан пистолетын алып өйөнә инеп китте. Быны күҙәтеп торған Тамара ишек ябылыу менән таяғы менән уны тыш яҡтан терәтеп ҡуйҙы.

      Дим битен йыуып диванына ятты. Ауыртыу бөтөп бара, тик барыбер хәл юҡ. Өй янында ниндәйҙер шыбырлашыуҙар ишетелә, әммә бер һүҙҙе лә аңлап булмай. Димгә уларҙы тыңларға үҙ уйҙары ҡамасаулай.

      Ни булһа ла Тамаранан асҡысты алырға кәрәк. Үҙе бирмәгәс, урларға! Бына төн генә етһен. Төнөн ул күрше әбейҙең өйөнә төшәсәк.

      ***

      Йоҡо аралаш һаташып ятҡандан һуң Дим уянды. Баш похмелдән кеүек ауырта. Ҡайһы саҡ көндөҙ йоҡлаһаң шулай була ул. Сәй эсеп, бер аҙ хәл йыйырға кәрәк. Тик ҡараңғы төшөүенә ҡарамаҫтан, өйөндә ут ҡабыҙмаҫҡа булды егет. Өйҙә юҡ, йә йоҡлай, тип уйлаһындар.

      Ишек берҙе көслө итеп эткәндән һуң асылды. Ҡолаған таяҡ тауышы ишетелде. Дим был хәлдең асылына төшөнмәне. Ул нисек булһа ла үҙен шымыраҡ тоторға тырышты. Тышта әкрен генә ел иҫә. Был саф еҫ егеткә көс өҫтәне. Күктә болоттар артынан тоноҡ ай яҡтыһы күренә. Төҙөлөштәге кран туҡтаған. Прожекторҙар ҙа яҡтыртмай. Өфө йоҡлай.

      Тамараның ишеге, әлбиттә, бикле булып сыҡты. Ул көндөҙ ҙә йоҙаҡланып ултыра. Төнөн асыу ҡайҙа? Дим әбей өйөн тирә-яҡлап урап сыҡты. Был йорт та күптән ремонт күрмәгән. Бүрәнәләр араһындағы мүк елгә осоп бөткән, ҡайһы бер урында ярыҡ аша өй эсен дә күрергә була. Бахыр әбей бында нисек өшөмәйҙер?

      Димдең ҡарашы тәҙрәгә төбәлде. Боронғо ауыл тәҙрәһе был. Ике рама һәм уға ҡатып ҡуйылған сөйҙә нығытылған быяла. Тырышһаң, бөгөлгән сөйҙө