Мин яратҡан өс хәреф. Айбулат Фларидович Сәсәнбаев. Читать онлайн. Newlib. NEWLIB.NET

Автор: Айбулат Фларидович Сәсәнбаев
Издательство: ЛитРес: Самиздат
Серия:
Жанр произведения: Контркультура
Год издания: 2020
isbn:
Скачать книгу
һәм һыуыҡ. Егет баҫҡысҡа менгәндә пакеты стенаға һуғылды. Ундағы фанера шылып китте, ахыры. Ниндәйҙер ҡыштырлаған тауыш ишетелә башланы. Дим бынан берәй ҡомаҡ килеп сыҡмаһын, тип тиҙерәк тышҡа ашыҡты. Үҙе артынан люкты ябып торғанда ғына уның ҡолағына шыбырлау тауышы ишетелде. Ул тауыш өс кенә хәреф еткерҙе: “Дим”.

      – Сыҡтың дамы ни!? Ҡайҙа? Эрерәктәре юҡ инеме? – Тамара бауылдарға кереште.

      – Теләһәгеҙ, төшөп башҡаларын алам, – тип яуапланы Дим.

      – Юҡ, ярай, әлегә бара ул. Аҙаҡ, Сашка ҡайтҡас, тағы берәй рейс сығартырмын, – тигән һүҙҙәр менән әбей баҙҙы йоҙаҡларға кереште.

      ***

      ¬¬¬      —Аша, аша, – Саша Маһмайға сей ит киҫәген һуҙҙы. Ул яңы ғына шабашканан ҡайтты. Бер аҙ һаҡау булғанлыҡтан ир заманында һөнәри белем алырға оялды. Оялды, тип, булдыра алманы. Техникум программаһы ла уға ауыр бирелде. Шуға киләсәккә бер ниндәй ҙә пландар ҡороп тормай, ниндәй эш килеп сыға, шуға тотондо. Тик башҡа шабашкасыларҙан айырмалы рәүештә ул аҡсаны эскегә түгел, ә Маһмайға бөтөрҙө.

      Саша икенсе ит киҫәген кеҫәһенә һалып баҙын аса башланы. Сыйылдап асылған люкты артҡа ырғытып ҡулын аҫҡа һуҙып эстә ут тоҡандырҙы. Бына ул Дим ҡыйшайтҡан фанера киҫәген ситкә ташлап эскә үтте. Бында урын иркенерәк. Дөрөҫөрәге, был гастарбайтерҙар йәшәй торған вагончик. Тик ул ер аҫтына күмелгән һәм бөтә яҡлап йомшаҡ матрастар менән йылытылған.

      Иҙәндә хәлһеҙ һәм яланаяҡ Гөл ята. Өҫтөндә лә үҙенең кейеме түгел, еңелсә генә йәйге күлдәк. Александр кеҫәһенән ит киҫәген сығарып ҡыҙ янына сүкәйеп ултырҙы.

      – Мин һиңә ашарға килтерҙем. Мә, – тип Гөлдөң кипкән ирендәренә сей ит киҫәген төрттө.

      Ҡапылдан ҡыҙ һуңғы көстәрен туплап аяғүрә торҙо һәм таштай ҙур әҙәмдең елкәһенә тутыҡҡан сөй менән сәнсте. Яранан сағыу ҡыҙыл ҡан аға башланы.

      – Дим, Дим! – тип һөрәнләне ҡыҙ. Саша тиҙ аңына килеп ҡыҙҙың сикәһенә усы менән һуғып ебәрҙе. Быны көтмәгән ҡыҙ “аһ”, тип тә әйтеп өлгөрмәй аңһыҙ иҙәнгә ҡоланы.

      Ир ашыға-ашыға тышҡа үрмәләне. Инде кейеме ҡыҙыл ҡанға буялып бөттө. Сашаның бындай ҡиәфәттә килеп сығыуына Маһмай өрә башланы. Ир ыңғырашыуын тыйып баҙ ҡапҡасын йоҙаҡларға кереште.

      Эт өрөүенә Дим сыҡты. Ҡанға батҡан күршеһенең баҙ бикләгәнен күреп, тиҙ генә кире өйөнә йәшенде. Гөл шунда! Башҡа бер ҡайҙа ла булыуы мөмкин түгел. Ахунйәновҡа шылтыратырға кәрәк!

      – Алло, – телефондың теге яҡ осонда тыныс тауыш ишетелде.

      – Алло, был Дим! Мин Гөлдөң дә, теге малайҙың да ҡайҙа юғалғанын таптым! Улар күрше Сашаның баҙында. Әле генә ул шунан ҡанға батып килеп сыҡты, – Дим тулҡынланыуынан бөтә хәрефтәрҙе лә аныҡ әйтә алманы.

      – Ашыҡма. Тимәк, һин ҡыҙың күрше баҙында тиһең?

      – Эйе!

      – Быны нисек дәлилләрһең?

      – Көндөҙ мин унда әбейҙең йәшелсәһен алырға төштөм. Унда бер фанера алына ине, әле Саша шунан ҡанға батып килеп сыҡты!

      – Шунан? Бәлки күршең яңылыш ҡырҡылғандыр?

      – Юҡ, Гөл шунда. Малай ҙа шунда. Һеҙ был енәйәттең осона сығырға теләмәйһегеҙме ни?

      – Туҡтале, Дим, малай табылды.

      – Нисек