Мин яратҡан өс хәреф. Айбулат Фларидович Сәсәнбаев. Читать онлайн. Newlib. NEWLIB.NET

Автор: Айбулат Фларидович Сәсәнбаев
Издательство: ЛитРес: Самиздат
Серия:
Жанр произведения: Контркультура
Год издания: 2020
isbn:
Скачать книгу
шул, тән дә ауырта. Дим күлгә килеп етер саҡта туҡтап ҡалды. Күктә бер йондоҙ ҙа күренмәй, болоттар ҙа юҡ кеүек, бары ҡараңғылыҡ. Егет торорға тип эсенә боролоп ятты. Шул саҡта ҡулы менән ул нимәгәлер тотондо. Баҡа ғына булып ҡуймаһын! Юҡ, был ниндәйҙер баулы сепрәк. Дим тубыҡланып табышын ҡарарға кереште.

      Ҡараңғыла бигүк күренмәй, әммә әйберҙең ни икәнлеген асыҡларға телефон яҡтыһы ярҙам итте. Кеды бит был. Ҡыҙыл төҫтә. Дим Ахунйәновҡа шылтыратып хәҙер үк бында килеүен талап итте.

      Тәк, бер кеды булғас, икенсеһе лә ҡайҙалыр ошонда булырға тейеш. Юҡ, был сәғәттә артыҡ соҡоноп йөрөү һөҙөмтәһеҙ булыр. Нисек тә булһа шыуғалаҡ буйлап өҫкә үрмәләргә һәм өй янында полицияны көтөп алырға кәрәк.

      Бер-нисә секунд эсендә шыуып төшкән тауға кире үрмәләүе байтаҡ ваҡытты алды. Әгәр бейегерәк үлән һәм селек булмаһа, бөтөнләй менеп булмаҫ ине. Өҫкә еткәнсе ҡапҡаға туҡылдатыу тауышы ишетелде.

      Дим Ахунйәновты урам эсенә лә индермәй белгәндәрен һөйләй башланы. Төнгө ун берҙә малай ҡысҡырыуын ишетеүе тураһында ла, ун бер икәнен ут һүндереү һөҙөмтәһендә белгәне тураһында ла, Гөлдө юғалтып яңы ғына уның һыңар аяҡ кейемен табыуы тураһында ла… Бер ни ҙә йәшермәне.

      – Тимәк, һин ул ҡыҙ менән ут һүндереү аша аралашаһың, ҡайһы саҡта бергә трамвайҙа бараһығыҙ. Әммә һин уның фамилияһын да, туғандарын да, әхирәттәрен дә белмәйһең? – Ахунйәнов асыҡлыҡ индерергә тырышты.

      – Эйе, әммә быларҙың барыһы ла мөһим түгел. Ул бит юғалды, уны шул уҡ енәйәтсе алған. Албаҫтымы, кемме, белмәйем. Хәҙер үк кинологтарҙы саҡырығыҙ, уларҙың эттәре кешеләрҙе таба ала, мин беләм!

      – Туҡта, башта туғандар кеше юғалыуы тураһында ғариза яҙырға тейеш. Шунан ғына ниҙер эшләргә мөмкин. Әлегә бер кем дә мөрәжәғәт итмәне,– Ахунйәнов Димде ут бағанаһына яҡыныраҡ етәкләп алып өҫ-башын ҡарай башланы.

      – Улар белмәйҙәрҙер, мин беләм. Гөл юғалған. Участкаға алып бар, фотороботын төҙөрбөҙ.

      – Әллә эскәнһең, өр әле, – участка полицияһы егеттең йөҙөн үҙенә бороп күҙенә ҡараны. – Беләһеңме нимә? Хәҙер үк өйөңә инеп йыуынып ал һәм йоҡларға ят! Тағы берҙе иҫереп мине саҡыртһаң – бикләп ҡуям!

      – Ә Гөл?

      – Ниндәй Гөл тағы!? Хәҙер үк күҙемдән юғалмаһаң үҙең ошо күл буйында юғалырһың! – Ахунйәнов ҡыҙа башланы.

      Дим полицияны ышандырырға тип әллә күпме дәлил килтерергә теләне, әммә башына бер һүҙ ҙә килмәгәс, эстән генә һүгенде лә, ярһыуын йәшереп ҡапҡа артында юғалды.

      Ахунйәнов бер аҙ ҡойма буйында ятҡан ҙур аҡ эткә ҡарап торғандан һуң трамвай юлдары буйлап атлап китте. Бында машина менән килеп туҡтауы ҡыйын шул. Уны алыҫтараҡ ҡалдырырға тура килде.

      ***

      Дим ҡулына йыуылған кеды һыңарын тотоп солан тәҙрәһе аша тышҡа ҡарап тора. Бында һалҡын булһа ла, түҙерлек. Сөнки ошонда ғына күлгә ҡараған тәҙрә бар. Уның ярында әлеге лә баяғы эт еҫкәнеп йөрөй. Әгәр Гөлдөң аяҡ кейеме нисек унда эләккәнен берәйһе белһә, ул ошо эт кенә. Йәһәтерәк хужаһын асыҡларға кәрәк.

      Дим кеда һыңарын ҡалдырып Тамара әбей йортона йүнәлде. Борондан бында йәшәгән ҡатын, моғайын, эт хужаһын беләлер. Әбей ниҙер ишетһен өсөн оҙаҡ һәм